МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ӨСӨН ЯҢЫ «ГАЗЕЛЬ»

Автомобиль «Тыуған яғым мәҙәниәте» федераль проекты сиктәрендә һатып алынды.
Федераль һәм республика бюджеттарынан субсидиялар биреүгә конкурс нигеҙендә һайлап алыу һөҙөмтәһендә беҙҙең район муниципаль берәмектәр араһында еңеүселәр исемлегенә инде.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был проект 50 меңгә яҡын кеше йәшәгән торлаҡ пункттарға ғына ҡағыла. Бөгөнгө көндә Әлшәй районында 105 ауыл, 56 бәләкәй ауыл иҫәпләнә. Муниципалитетта барлығы 36 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Раевка ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәктең матди-техник базаһын үҫтереү һәм нығытыуға 3 млн 416 мең 618 һум аҡса бүленде. Ул «ГАЗель Next» автомобиле һатып алыуға тотонолдо, – тип хәбәр итте мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов.

Автор – Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.

https://vk.com/public191315707?w=wall-191315707_737