Яугирҙар исеме мәңгеләштерелде

Һарыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар иҫтәлегенә стела асылды, яу яландарында батырҙарса һәләк булғандар һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыусылар исеме мәңгеләштерелде. Стела ауылда йәшәүселәр һәм ситтәге яҡташтар – ветерандарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары ярҙамы менән төҙөлдө.
Тантананы райондан саҡырылған махсус ҡунаҡтар асып ебәрҙе һәм Мансур хәҙрәт яугирҙар рухына доғалар уҡыны. Шулай уҡ Әлшәй телевидениеһы һәм ” Әлшәй хәбәрҙәре” редакцияһы килде. Нияз Ғиззатуллин ҡурай моңдары менән байрамды биҙәне.
Стеланы эшләүҙә айырыуса ярҙам ҡулы һуҙған Һарыш ауылы ир – егеттәренә тантаналы рәүештә бүләктәр тапшырылды. Стела асыу тантанаһы байрам сәйе, ҡаҙанда бешкән былау менән дауам итте. Ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә апай Юнысова үҙенең ижады менән байрамды биҙәһә, уның улы Артур Иҙелбаев Һарыш ауыл клубына гармун бүләк итте. Тантана байрам концерты менән тамамланды.
Байрамды ойоштороусыларға, Себенле һәм Һарыш ауылдары мәҙәниәт йорто етәкселәренә, ауыл хакимиәте башлығы Таһир Кашаповҡа, Һарыш ауылы халҡына, ошо ауылда тыуып үҫеп, ситтә йәшәгән яҡташтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Источник: https://vk.com/id601819055?w=wall601819055_1649%2Fall