РАЙОН БАШҠОРТТАРЫ ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ

Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы
Уҙған осорҙағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен, телен, йолаларын һәм традицияларын артабан үҫтереү буйынса бурыстар билдәләү, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына лайыҡлы делегаттар һайлау өсөн район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, райондың ауыл биләмәләре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Ҡоролтай ултырышы Әлшәй ҡурайсылары Наил Садиҡов һәм Нияз Ғиззәтуллин башҡарыуында милли гимныбыҙ – «Урал» көйө менән асылды. Шулай уҡ ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар алдында райондың музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре лә сығыш яһаны.
Йәмәғәт форумы эшендә муниципалитет башлығы Дамир Мостафин, республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов ҡатнашты.
Пленар ултырышта район ҡоролтайы эшмәкәрлеге тураһында йөкмәткеле доклад менән район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе М. Әкимбәтов сығыш яһаны, ул был йәмәғәт ойошмаһының башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлауҙа мөһим роль уйнауын билдәләне. Мирғәсим Факил улы сығышында йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләләрҙе лә ҡуҙғатты, атап әйткәндә, йыйылыусыларҙың иғтибарын ул күп милләттәштәребеҙҙең туған телен белмәүенә, белһә лә, бер нисә телде бутап һөйләүселәрҙең күп булыуына йүнәлтте. Был мәҙәни һәм тарихи берҙәмлектең бер өлөшө булараҡ телде һаҡлау һәм үҫтереү өсөн етди саҡырыу булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе.
Докладта шулай уҡ район халҡының Башҡорт теле көнө, милли кейемдәрҙә флешмоб, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант кеүек бөтә республика өсөн мөһим ваҡиғаларҙа һәм сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы ла билдәләп үтелде. Күптән түгел, мәҫәлән, районда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән республикала Йәштәр йылы һәм Рәсәй Федерацияһында Ғаилә йылына арналған йәштәр форумы уҙҙы.
Ноябрь айында Өфөлә үтәсәк VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау конференцияла ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе булды. Әлшәй районынан ҙур форумға район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин етәкселегендәге делегация – хакимиәт башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов, М. Буранғолов исемендәге лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Вәлиева, «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Тимербулатов барасаҡ.
Конференция һуңында резолюция ҡабул ителде, унда башҡорт телен һәм башҡорт халҡының традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телдәренә, мәҙәниәттәренә һәм традицияларына ихтирам тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе ватансылыҡ, телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү рухында тәрбиәләү, республика халыҡтары араһында конфессия-ара татыулыҡты һәм дуҫлыҡты нығытыу мәсьәләләре сағылыш тапты.
Сарала шулай уҡ делегаттар башҡарма комитеттың яңы составын да раҫланы. Бүләкләү тантанаһында иң әүҙем милләттәштәребеҙгә һәм йәмәғәт ойошмаларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Резеда ХӨСӘЙЕНОВА.

Источник: https://vk.com/wall-191315707_1373