ЕҢЕҮ КӨНӨ КИЛӘ МАЙ АЙЫНДА ҺАҒЫШ ӨҪТӘП БЕР АҘ КҮҢЕЛГӘ..

Шафран һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн 9 Май – үҙенсәлекле дата. Был көндө улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ата-бабаларын ғына түгел, Туғандар ҡәберлегендә мәңгелек йоҡоға талған фронтовиктарҙы ла хөрмәтләп иҫкә ала.
Бөгөн донъяла барған хәлдәрҙән сығып, күп нәмәгә икенселәй ҡарай башлайһың, Еңеү көнө лә тағы ла тәрәнерәк мәғәнәгә һәм әһәмиәткә эйә була бара. Быны ҡулдарына алһыу ҡәнәферҙәр, олатайҙарының портреттары тотҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ҡарап, бик яҡшы аңлай башлайһың. Улар өсөн 9 Май – көс-ҡеүәт, берҙәмлек өлгөһө лә. Шафранда тантаналы митингты асып, район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин ошо хаҡта һөйләне.
– Оҙаҡ йылдар Шафран курортының баш табибы урынбаҫары булып эшләгән хөрмәтле ветеран, фронтовик Николай Иванович Антошкин ҡасандыр ошо трибунанан сығыш яһағанда: «Балаларым минең, дошман йоҡлап ятмай, һәр ваҡыт уяу булығыҙ!», – тигәйне. Нисек хаҡлы булған ул! Бөгөн беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, илде һаҡлаусы ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Украинала дошманға ҡаршы һуғышҡан геройҙарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре был байрам көнөндә беҙҙең арала, улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Бөтә район халҡы исеменән уларға оло рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һеҙ – ата-бабаларығыҙҙың лайыҡлы вариҫтары! Бөгөн, егеттәребеҙ Донбасты нацизмдан таҙартҡанда, 1945 йылдағы Еңеүҙең ни тиклем ауыр яуланғанын аңлайбыҙ. Беҙ һеҙҙең менән бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, һәм еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тине Дамир Радик улы.
Шафрандарҙы Еңеү көнө менән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов, Әлшәй, Дәүләкән райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы буйынса хәрби комиссар Вадим Яблонский, хәрби операцияла ҡатнашыусы Сабит Ғ., йәш быуын вәкилдәре исеменән Шафран мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Айҙар Хәкимов тәбрикләне.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар сафында мобилизацияланғандар ҙа, ирекмәндәр ҙә бар. «Барс» отряды яугиры, ирекмән Азат Н.-ға был көндө хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены тапшырылды.
Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителә. Мәңгелек утҡа ҡунаҡтар, хәрби хәрәкәт ветерандары, махсус операция яугирҙары сәскәләр һәм алһыу ҡәнәферҙәр һала. Залп тауыштары яңғырай. Һәм бәләкәй балаларҙан алып таяҡҡа таянған ветерандарға тиклем аҡ мәрмәр плиталар теҙмәһе буйлап үтә.
Шафрандағы Туғандар ҡәберлегендә бөтә Советтар Союзынан 368 Бөйөк Ватан һуғышы яугиры ерләнгән, улар 1941 йылдан 1947 йылға тиклем шифаханала урынлашҡан эвакогоспиталдә дауаланғанда һуғыш яраларынан вафат булған. Бында Афған һәм Чечня һуғыштарында һәләк булған дүрт егет тә һуңғы төйәген тапҡан. Быйыл ғинуар айында Рәсәй Геройы Алмаз Сафин да Шафран ауылының Туғандар ҡәберлегендә ерләнде.
Байрам сараһы урман аҡланында дауам итте, унда төрлө спорт саралары ойошторолдо, сауҙа рәттәре эшләне. Сәхнәнән концерт номерҙары менән йәш йырсылар һәм бейеүселәр – Шафран мәктәбе уҡыусылары, Сураҡай, Чайкино, Мәндән, Иҫке Васильевка, Түбән Әүрез, Ыҫлаҡ ауылдары артистары, Өфөнән йәш башҡарыусы Наил Сираев, «Хәрби туғанлыҡ» ветерандары сығыш яһаны. Шафрандар менән бергә Еңеү көнөн республикабыҙҙың йәш артистары, һәләтле музыканттар, игеҙәктәр Алмаз һәм Айҙар Юнысовтар, Айҙар һәм Рөстәм Ғөбәйҙуллиндар ҙа байрам итте. Сараның бағыусыһы – Афғанстанда һәләк булған яугир-интернационалист Йосопов Вәхит Вәсиғ улының туғаны Флүр Йосопов.
Ә Шафран ерендә был көндө дикторҙың:
“Еңеү көнө килә май айында
Һағыш өҫтәп бер аҙ күңелгә” тигән һүҙҙәре шаңдау булып бик оҙаҡ яңғыраны…

Ссылка: https://vk.com/public191315707         https://vk.com/public191315707?w=wall-191315707_1035

Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы